Өфөнөң "Башҡортостан" дәүләт концерт залында "Беҙ Баймаҡтар бит әле!" тип аталған ҙур матур концерт үтте. Баймаҡ ерендә тыуып-үҫкән өлкән быуын вәкилдәрен, төрлө өлкәләрҙәге ҡаҙаныштары менән билдәле, Баймаk районының ғорурлығы, йөҙөк ҡашы булған шәхестәрҙе район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев "Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл" миҙалы менән бүләкләне.