Найди своих депутатов

ДЕПУТАТ АКЦИЯҒА СТАРТ БИРҘЕ!

Вернуться

РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров районыбыҙҙан күп бала тәрбиәләүсе 5 күркәм ғаиләгә "Таң"ға подписка бүләк итте.

Депутат ярҙамы менән Яңы Мөсәттән Ильяс һәм Лена Шәриповтар, Иҫке Собханғолдан Ильяс һәм Әминә Туҡбаеватар, Руслан һәм Лилиә Шәриповтар, Ғәҙелгәрәйҙән Муса һәм Роза Маликовтар, Әбделмәмбәттән Хәҙис һәм Гөлнара Усмановтар 2019 йылдың 2-се ярты йыллығына "Таң"лы булды.

Зариф Закир улының өлгөһөндә "Таң" гәзите редакцияһы "Бүләккә - "Таң" исемле акция иғлан итә. Акция сиктәрендә теләге булған һәр кем, дуҫын, туғанын, танышын йә мохтаж кешене (ғаиләне) киләһе ярты йыллыҡҡа "Таң"ға яҙҙырып, квитанция тотоп төшкән фотоһын редакцияға ебәрә ала. Акция гәзиттә, "Бәйләнештә" селтәренең "Таң" гәзите" төркөмөндә, "Инстаграм" селтәренең tan_gazite аккаунтында яҡтыртылып бараласаҡ. Акцияға тәүгеләрҙән булып етәкселәр, эшҡыуарҙар, депутаттар ҡушылыр, тип өмөттә ҡалабыҙ.


0

ОСТАВИТЬ КОММЕНТАРИЙ