Найди своих депутатов

Юлдағы тәртип – асылыбыҙ күрһәткесе

Вернуться

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың юлдағы соҡор-саҡырҙы бөтөрөү, подъездарҙы һәм күп ҡатлы йорт ихаталарын тәртипкә килтереү, дауалау учреждениеларында кешегә мөнәсәбәтте яҡшыртыу һәм бүтән башланғыстары йәшәгән еребеҙгә, үҙ-үҙебеҙгә ихтирамды арттырыуға, асылыбыҙҙы заман талап иткәнсә яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Ошо көндәрҙә "Берҙәм Рәсәй" партияһының "Хәүефһеҙ юлдар" проекты буйынса үткәрелгән кәңәшмә лә шул маҡсатты күҙ уңында тотто.

- Беҙҙең проект юл-транспорт ваҡиғаларын һәм уларҙа фажиғәле һәләк булыусыларҙы мөмкин тиклем кәметеүҙе маҡсат итеп ҡуя, - тине Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, проекттың йәмәғәтселек советы ултырышын асып. - Күҙ алдына килтерегеҙ: Афғанстандағы туғыҙ йыл һуғыш осоронда илебеҙҙең 15 мең яугире һәләк булған, ә Рәсәй юлдарын­дағы аварияларҙа йыл һайын 17-19 мең кешенең ғүмере өҙөлә, был күрһәткескә ғәрип булғандар инмәй әле. Йыл һайын юлда 20-25 сабыйҙы юғалтабыҙ. Был фажиғәнең беренсе сәбәбе юл сифатына ҡайтып ҡалһа, икенсеһе - юл ҡағиҙәләрен белмәү йәки һанға һуҡмау. Мәктәптәрҙә тикшереү үткәреп ҡараныҡ: балалар юл ҡағиҙәләрен бөтөнләй белмәй! Һөҙөмтәлә улар юлды светофорҙың ҡыҙыл төҫөнә сыҡҡан ололар өлгөһөнә эйәрә.



Зариф Закир улы Салауат ҡала­һы­ның 40-сы мәктәбендә һәм Күмер­тау­ҙың 1-се гимназияһында балалар өсөн автоҡаласыҡ төҙөү башланғысы менән йөрөүе тураһында ла һөйләне. "Әл­бит­тә, был ғына етмәй, эште киң кү­ләмдә алып барырға кәрәк", - тине ул.

Былтыр республика биләмәһендә 4383 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 549 кешенең ғүмере өҙөлгән (уларҙың 21-е - балалар), 5 494-е йәрәхәтләнгән. Авариялар, нигеҙҙә, йәйәүлеләрҙең һәм автомобиль хужаларының, үҙ ғүмерҙәрен хәүеф аҫтына ҡуйып, ҡағиҙәләрҙе инҡар итеүенән килеп сыға.

"Хәүефһеҙ юлдар" проектын тор­мошҡа ашырыуға быйыл 5,2 миллиард һум тотоноу ҡаралған. Сумманың 1 миллиард 834 миллион һумы - федераль ҡаҙнанан, ҡалған өлөшөн республика һәм урындағы бюджеттарҙан финанслау күҙаллана.

- Федераль ҡаҙнанан бүленгән өлөштөң бер миллиард һумы - Өфө, 513 миллион һумы - Стәрлетамаҡ агло­мерацияһын, ҡалған өлөшө республиканың башҡа юлдарын ремонт­лауға тәғәйенләнгән, - тине Зариф Байғусҡаров.



Был эштә иң мөһим объект Өфөләге Яр буйы урамы һәм Тимашев "төйөнө". Шулай уҡ Воровский урамының дауамы булған күпер һалыу ҙа башланасаҡ. Бынан тыш Балтас, Туймазы һәм Благовар райондарындағы ауылдарҙы оло юлға тоташтырасаҡ өс, Өфөләге торлаҡ биҫтәләрендә - дүрт, Стәрле­тамаҡта өс объект төҙөү планлаштырыла, улары федераль ҡаҙна ярҙа­мында башҡарыласаҡ.

Фекер алышыуҙа Дәүләт Думаһы депутаты Рима Баталова, Баш­ҡортос­тандың "Юл хужалығы идаралығы" дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе урынбаҫары Азамат Тайыпов, Өфө ҡалаһының юл һәм яһалма ҡорол­малар төҙөү һәм ремонтлау идаралығы етәксеһе Радмил Мөслимов, респуб­ликаның баш суд приставы урынба­ҫары Дмитрий Бровченко, Башҡорт­остан буйынса Эске эштәр министр­лығының Дәүләт юл хәрәкәте инспекцияһы идаралығы етәксеһе урынбаҫары Владимир Севастьянов һәм башҡалар ҡатнашты.

Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН